Башҡортостандың Рус драма театры 22 августа камера сәхнәһендә А.Н.Арбузовтың пьесаһы буйынса “Бәхетһеҙ Маратым минең” (“Мой бедный Марат”) спектаклен тәҡдим итә, унда ваҡиғалар Блокадалы Ленинградтың ярым емерелгән йортонда бара (режиссер-ҡуйыусы Илсур Ҡаҙаҡбаев). 27 августа Рус драм театры Михаил Рабинович ҡуйған Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» гуманистик повесы буйынса «Ай һәм япраҡ ҡойоу» («Луна и листопад») лирик драмаһын күрһәтә.
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театры 25 августа Гөлсирә Ғиззәтуллина пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам тип әйтергә өлгөрмәнем» спектаклен тәҡдим итә. 26 августа тамашасыны Зөһрә Бураҡаева пьесаһы буйынса Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған «Ат уйнатып алдан бара» спектакле көтә. Спектакль генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм еңеү өсөн ғүмерен биргән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы атлылары иҫтәлегенә арналған.
25 августа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры илһөйәрлек тураһында «Бер ғүмер етмәй икән…» («Одной жизни, видно, мало…») драматик поэмаһының рус телендәге махсус версияһын күрһәтәсәк. Драматург Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса башҡорт телендә ҡуйылған спектаклдең премьераһы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтте (ҡуйыусы режиссер-Рөстәм Хәкимов).
"Бурыс, батырлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡы тураһында мәңгелек һорауҙарҙы күтәргән спектакль бөгөн айырыуса көнүҙәк булып яңғырай. Уны армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә тәҡдим итеү— Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү һәм патриотизмдың асылын сәнғәт аша тәрәнерәк аңлау мөмкинлеге, — тип аңлатма бирҙе театрҙың матбуғат секретары Зөлфиә Ишбирҙина. - Тамашасыларҙы ваҡиғалар эпицентрына сумыу көтә, унда батырлыҡ — ул ҙур ҡаһарманлыҡ ҡына түгел, ә көндәлек сыҙамлыҡ, антҡа тоғролоҡ һәм туғандарса теләктәшлек. Геройҙар яҙмышы аша режиссер заман талабына ярашлы патриотизм, бурыс һәм кешелек тәбиғәтен тикшерә.