-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2025, 15:51

Республикала киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсы старт алды. Конкурс Рәсәй президенты Владимир Путин иғлан иткән Ил халыҡтары берҙәмлеге йылы алдынан уҙғарыла.

Республикала киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу
Республикала киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу

Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре, электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2025 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 22 декабренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығында ғаризалар ҡабул ителә башланы. Эштәрҙе 2025 йылдың 23 декабренә тиклем электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: gainetdinova.n@bashkortostan.ru, телефон 8 (34-72) 18-07-72).

Ләйлә Аралбаева

Автор:
Читайте нас