+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2023, 19:57

Баймаҡ ҡалаһы мэры махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған улы менән осрашты

"Бер аҙнаға булһа ла уның эргәһендә ҡалғы килә ине".

Баймаҡ ҡалаһы мэры махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған улы менән осрашты
Баймаҡ ҡалаһы мэры махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған улы менән осрашты

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев СВО зонаһында ярты йыл элек мобилизацияланған улы менән осрашты. «Башинформ» агентлығына мэр үҙе һөйләүенсә, ул район хакимиәте гуманитар ярҙамды етәкләгән. Йыйылған ярҙамды мобилизацияланған Баймаҡ халҡына һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға алып барҙылар. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ике автомобиль, УАЗ һәм «Газель», исемле посылкалар, генераторҙар, запас частар, палаткалар һәм йылы кейемдәр тапшырҙылар. Гуманитар ярҙамдың бер өлөшө разведка ротаһына тәғәйенләнгән, унда Радмир Иҫәнбаевтың өлкән улы Азамат хеҙмәт итә.

"Баймаҡ егеттәрен күрҙек. Хәлдәре һәйбәт,  арғандары йөҙҙәренә сыҡҡан ине. Даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйттеләр. Иң мөһиме, улым менән күрешә алдым. Уларҙың подразделениеһы өсөн  яңы прицепты алып барғанда юлда һөйләшеп барҙыҡ. Бер сәғәт самаһы бергә булдыҡ. Бер аҙнаға булһа ла уның эргәһендә ҡалғы килә ине", - тине хакимиәт башлағы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-27/mer-bashkirskogo-baymaka-vstretilsya-v-zone-svo-s-mobilizovannym-synom-3158708

Автор:
Читайте нас: