Башҡортостанда алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен йәшнәгәндә елдең көсәйеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, таулы райондарҙа һигеҙ градусҡаса йылы. Көндөҙ – 27-32 градус.
1 августа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе көтөлә.
Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, таулы райондарҙа һигеҙ градусҡа тиклем йылы. Көндөҙ иһә 27-32 градус.
https://www.bashinform.ru/news/1624225-bashkiriyu-zhdut-zharkie-vykhodnye/