Башҡортостанға эҫе һауа торошо әйләнеп ҡайта, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төндә бер аҙ ямғыр яуа. Көндөҙ, 28 июлдә, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы – 7-12, көндөҙ – 19-24 градус.
29 июлдә Башҡортостанда төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 5-10, көндөҙ – 22-27 градус.
Ял көндәрендә Башҡортостанда һауа 30 градусҡаса йылына.
Бөгөн көндөҙ һауа температураһы 21-26 градус була.
https://www.bashinform.ru/news/1622868-v-bashkiriyu-vozvrashchaetsya-zhara-/