+14 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
11 Октябрь 2025, 12:24

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

Төбәк Башлығы байрам менән тәбрикләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

– Миңә Башҡортостанда тыуыу бәхете тейҙе. Республикабыҙҙа үҫергә, йәшәргә һәм эшләргә.
Башҡортостаныбыҙ – ул күп быуатлыҡ тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, үҙенсәлекле тәбиғәт. Көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Даими алға барыу һәм юғарыраҡҡа ынтылыу.

Әммә беҙҙең төп байлығыбыҙ – бында йәшәгән кешеләр. Батыр геройҙар, ябай хеҙмәтсәндәр, талантлы артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар.

Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек. Бер төптән булһаҡ, бер һынау ҙа беҙҙе бөгә алмаҫ. Заман елдәренә бирешмәй, тағы ла көслөрәк була барырбыҙ.

Байрам менән! Тыуған еребеҙгә, татыу халыҡтарыбыҙға яҡты өмөтлө киләсәк теләйем, - тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас