Башҡортостан йәштәр медиаүҙәгендә Ш. Бабич исемендәге республика Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге барланды. Улар, 2023 - 2024 йылдарҙа, әҙәбиәт, мәҙәниәт, архитектура өлкәһендә әүҙем эшләгән утыҙ биш йәшкә тиклемге йәштәр.
Әҙәбиәт буйынса Кемель Тоҡаевтың "Билдәһеҙ эҙ" китабын башҡорт теленә тәржемә итеүселәр Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина.
Мәҙәниәт буйынса дәғүә итеүселәрҙең исемлеге байтаҡҡа ҙур. Бына улар: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Дамир Тайыпов, Әлиә Исҡужина; Башҡортостандың Рәссамдар Союзы ағзаһы Гөлназ Мирхәйҙәрова; балерина Камила Солтангәрәева; Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле бейеүсеһе Хәбир Аралбаев; режиссер Искәндәр Мөхәмәтйәнов; дирижер Хәйҙәр Вәлиев; ҡурайсы Илшат Нәҙерғолов; БСТ каналының тележурналистары Азат Ғәлиуллин менән Анастасия Ильчибаева; "Рахманинов. Оҙон ғүмерле симфония" тамашаһын сәхнәгә сығарыусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет беейүселәре Рәзилә Мырҙаҡаева, Рәсил Сәғитов, Софья Сәйетова, Сергей Бикбулатов, Рөстәм Исхаҡов; "NAZA" музыкаль альбомын төҙөүселәр Нәилә Биктимерова менән Земфира Рәшитова. Тағы ла, "Ялҡын" вокал студияһынан Лиана Ибраһимова, Зәлиә Бикҡолова, Луиза Хужабиргәновалар ҙа бар.