+30 °С
Ясно
Новости
1 Июня 2025, 09:23

Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙы

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ун километрлыҡ маршрутты утыҙ меңгә яҡын велосипедсы үтте.

Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙыӨфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙы
Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Демография" милли проектының (национальный проект "Демография") "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль программаһына ярашлы саралар йыш ойошторола. Бөгөн Өфө халҡы шуларҙың береһенә - “Мең велосипедсы көнө” 14-се ҡала фестиваленә йыйылды.

“Тәүге йылдарҙа беҙҙең байрамда мең тирәһе генә кеше ҡатнашҡайны, – тине Башҡортостандың Велосипедсылар союзы рәйесе Егор Лукша. – Һуңғы йылдарҙа килгәндәрҙең һаны утыҙ меңгә яҡын булып китте”.  

Бөгөн ун километрлыҡ маршрутты – Ленин майҙанынан Телеүҙәккә тиклем – 30 меңгә яҡын велосипедсы үтте. 

Велосипедсылар ярышы республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла үтте.

Фото: https://s15.stc.yc.kpcdn.net/share/i/12/14528191/wr-960.webp

 

Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙы
Өфөлә "Мең велосипедсы көнө" уҙҙы
Автор:
Читайте нас