-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 11:40

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында фильм күрһәәтеләсәк

Башҡортостан юлдаш телеканалында  Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында фильм күрһәтеләсәк

 Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тирәләй күп бәхәстәр  йөрөй: ни өсөн  кәрәк ул, ни өсөн һәйкәлде постаменттан төшөрөү талап ителә, ул үҙ урынына ҡабат ҡайтырмы? Ҡурған, постамент, һәйкәлдең суйын тышсаһы, металл каркас ниндәй хәлдә — быларҙың барыһы тураһында "Мин ҡайтырмын!" документаль фильмында белергә мөмкин.   Картина нигеҙендә-үткәрелгән анализдар һөҙөмтәләре, проект документацияһын әҙерләү деталдәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡазандан билдәле федераль эксперттарҙың комментарийҙары. Архитекторҙар, скульпторҙар, проектлаусылар, реставраторҙар, иҫәпләүселәр, тарихсылар ярҙам талап иткән һәйкәл проблемаһын нисек хәл итеү тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.

"Күктәге осрашыуҙар" фильмдың икенсе сюжет һыҙығы. "Осрашыуҙа Салауат Юлаев менән Сосланбәк Тавасиев, 1812 Йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Миңлеғәле Шайморатов, "Салауат" позывнойлы МХО яугиры нимә тураһында һөйләшер ине?

- Салауат Юлаев ролендә билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин төштө. Тәүге тапҡыр ул 2004 йылда "Мин үлмәнем, башҡорттар! " фильмында милли батыр образын кәүҙәләндерә. Егерме йылдан Һуң Эльбрус тағы ла беҙҙең менән. Башҡа ролдәрҙә — республика театрҙарының билдәле актерҙары, - тип һөйләне ижади төркөм етәксеһе, фильм авторы Гәүһәр Батталова.

Халыҡ та фильм төшөргәндә ихлас ярҙам иткән. Мәҫәлән, эшҡыуар Илгиз Йосопов бушлай автовышка биргән. Бындай миҫалдар байтаҡ. Фильм өҫтөндә профессионалдар командаһы-режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Лейсән Рамазанова, композитор Лалә Андреева, дизайнер Айрат Өмөтбаев, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Вадим Лобов, Урал Ғатауллин, Радик Фәтхиев һәм башҡалар эшләгән.  "Ижади төркөм ниндәй ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуын аңлай. Беҙҙең фильм республика халҡын борсоған ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирер тип ышанабыҙ", - ти ижади команда вәкилдәре. "Мин ҡайтырмын! " документаль фильмының премьераһы.21 ғинуарҙа 20.30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында була. Картинаны Башҡортостан Башлығы грантына "Самрау" фонды  Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектә төшөргән.  

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-20/na-telekanale-bst-pokazhut-film-o-restavratsii-pamyatnika-salavatu-yulaevu-4089273

 

Автор:
Читайте нас: