2026 йылда Өфөлә Дәүләт Циркы бинаһын реконструкциялауҙы башлау планлаштырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә, финанслауҙы алыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаһын өсөн, алдағы эштәр проектының ентекле әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, ул Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театры бинаһын реконструкциялауҙы башлау өсөн финанслау бүлеү мәсьәләһен хәл итеүҙе тамамларға ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыуҙа ҡатнашырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Үҙәк төҙөлөшө тамамлана һәм 20 ғинуарҙан һуң асылыуы ихтимал. Башҡортостан башлығы Башҡортостанда (Зөяҡ, Урғаҙа һәм башҡа ауылдарҙа) башҡа мәҙәни объекттар төҙөлөшөн ваҡытында тамамлау кәрәклегенә лә иғтибар итте.