«21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем», – тине Радий Хәбиров.
Беҙҙә йыл һайын Милли кейем көндәре билдәләнә. Республикабыҙҙа күптәр хәҙер этно-стилдәге кейем кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөй.
"Беҙҙә эшлекле башҡорт милли костюмы тегелде, уны үҫтереү идеялары бар. Быға йыл да иң яҡшы милли кейем оҫталарын йыйған сағыу "Тамға" конкурсы булышлыҡ күрһәтә. Беҙ ошо мөһим йүнәлеште үҫтереүҙе дауам итербеҙ. Быйылдан башлап 10 октябрь – Ҡурай көнө. Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы ошо эштә мөһим аҙым тип иҫәпләйем",– тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: - https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_86155