Ул шулай уҡ республикала Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуын, 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителеүен билдәләне. Башҡортостанда 15 муниципаль мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелде, башҡа мөһим ҡаҙаныштар ҙа бар.
«Циркты реконструкциялауҙы федераль адреслы инвестиция программаһына индереүгә өлгәштек. 2026 йылда уны тергеҙеү эшен башлайбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете һәм Воскресенск соборы төҙөлөшөн дауам итәбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы. Башинформ яҙғанса, был турала ул яңыраҡ тура бәйләнеш барышында лә әйткәйне.
Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы мәҙәни объекттар төҙөү хаҡында һөйләне.
«Быйыл «Мәҙәниәт» милли проекты тамамлана. «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәни инфраструктураһы» федераль проектында яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Төбәк һәм муниципаль китапханаларҙы, филармонияларҙы яңыртыу, 2026 йылдан иһә балалар сәнғәт мәктәптәре төҙөү, – тип билдәләне ул. – Бөгөн республикаға заманса Музыка йорто талап ителә. Киләһе йылда 2 мең урынлыҡ универсаль концерт залын проектлай башларға йыйынабыҙ. Республика хөкүмәтенә ошо проектты тормошҡа ашырыу буйынса «юл картаһын» әҙерләү бурысын йөкмәтәм. Шулай уҡ Өфөнөң тарихи үҙәгендә музей кварталын булдырыу эшен дауам итергә, киләһе йылда Кире ҡайтарылған исемдәр музейын асырға кәрәк».