+31 °С
Облачно
Новости
5 Декабря 2024, 08:43

«Бейеүсе» боҙ

Хәйбулла районында ғәжәйеп тәбиғәт күренешен – «бейеүсе» боҙ киҫәген видеоға төшөргәндәр. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.

«Бейеүсе» боҙ«Бейеүсе» боҙ
«Бейеүсе» боҙ

Ураҙбай ауылында йәшәүселәр йылғала циркуль менән һыҙған кеүек түп-түңәрәк боҙҙо күреп хайран ҡалған.

«Бындай күренештәр әкрен аҡҡан йылғаларҙа һәм күлдәрҙә осрай. Өйөрмәле ағым боҙ ҡатламындағы түңәрәкте әкрен генә әйләндерә башлай. Шул рәүешле идеаль түңәрәк форма барлыҡҡа килә икән», — ти белгестәр.

Автор:
Читайте нас