-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь , 12:20

ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры халҡыбыҙҙың алтын мираҫын популярлаштырыусы миссияһын ышаныслы раҫлап, хаҡлы рәүештә Башҡортостандың этнобренды һәм профессиональ музыка сәнғәтенең визит карточкаһы тип иҫәпләнә.

ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!

Өсөнсө йыл рәттән оркестр Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль - концерт планындағы «Беҙ - Рәсәй» программаһында ҡатнаша. 2022 йылда данлы коллектив Ҡорған, Төмән, Чебоксар, Яр - Саллы, Ижевск ҡалалары тамашасыларына «Этниканан джазға тиклем» исемле программа тәҡдим иткәйне. Уҙған йылдағы гастролдәр турында Ырымбур, Һамар, Сызрань, Ульяновск, Санкт-Петербург, Бөйөк Новгород ҡалаларында «Быуаттар төпкөлөнән – Урал легендалары» тигән милли рухлы, бай эстәлекле концерт программаһы менән уңышлы сығыштар яһаны. Бығаса тиңе булмаған оҙайлы һәм ҙур гастролдәр һуҙымында Рәсәй тамашасыһы милләтебеҙҙең халыҡ ҡоралдары моңон ишетеп башҡорт иленең мәҙәниәте, теле, тарихы менән танышты, экрандарҙа барған видеояҙмаларҙы ҡарап мәғрүр Урал иленең хозур тәбиғәтенә һоҡланды.

2024 йылда ла оркестр Урал һәм Волга буйының 11 ҡалаһында үткән гастролдәрендә үҙенең ижади мөмкинлектәренең киң палитраһын тәҡдим итте. Башҡорт фольклоры һәм этник музыкаһынан тыш, башҡа жанрҙарҙа ла оҫта уйнауын күрһәтте һәм сағыу сығыштары менән башҡорт милли музыка сәнғәтен яңы юғарыллыҡҡа күтәрҙе.

«Быйылғы гастроль туры өсөн халыҡ көйҙәре һәм танылған башҡорт  композиторҙары әҫәрҙәре менән бер рәттән оркестр өсөн махсус яҙылған яңы композицияларҙы ла үҙ эсенә алған «Ел тыуҙырған моң» тигән үҙенсәлекле программа әҙерләнек. Беҙҙең сығыштарҙы сит өлкәләрҙә бик яратып ҡабул иттеләр. Илебеҙ халҡын традицион башҡорт музыкаль мираҫы менән таныштырыу мөмкинлеге булыу беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ», – ти оркестр етәксеһе һәм баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов.

Оркестрҙың быйылғы ижад сәфәре Яр - Саллы, Йошкар - Ола, Ҡорған, Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Саранск, Силәбе, Түбәнге Кама, Свердловск өлкәһенең Асбест, Ревда, Каменск - Уральск, Ирбит ҡалаларында ҙур уңыш һәм аншлагтар менән үтте.

Башҡорт милли музыкаһының бөтә нескәлектәрен асып биргән талантлы коллективты һәр ерҙә йылы ҡаршы алдылар, ҡайнар алҡыштар менән оҙаттылар. Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Амангилдина, Артур Ғайсаров, оркестр солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айрат Ҡарасов, Евгений Чугаев һәм Арыҫлан Оморҙаҡов, Раян Хөснуллиндарҙың сығыштарын айырым билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Улар халыҡ йырҙарын илһамланып йырлап, бейеп, етеҙ хәрәкәтсән музыка менән залды дәртләндерҙеләр, илһамландырҙылар Оркестр музыканттары Рафаэль Йәғәфәров, Рәсим Лоғаманов, Әнүәр Фәтиховтарҙың «RAFSTYLE» исемле барабансылар шоуын һәр концертта тамашасы дәррәү алҡыштарға күмеп, хисләнеп «Браво!» тип баһаланы!

Башҡорт милли оркестрының сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарарға килгән тамашасылар концерттарҙан һуң таралышмай, музыканттарға, етәкселәргә оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Түбәнге Тагил филармонияһы директоры, «Тагил гармоникалары» оркестрының дирижеры Сергей Цветков Башҡортостан коллективының сығышын юғары баһалап былай тине: «Тагил тамашасыларының аяҡ үрә тороп сәләмләүҙәре, туҡтамай оҙаҡ ҡул сабыуҙары, шатлыҡлы йөҙҙәре, «маладис» тип ҡысҡырыуҙары концерттың ҙур уңышы тураһында һөйләй. Миңә оркестрҙың йүнәлеше, милли рухлы, ирҙәрсә көслө холоҡло, ныҡлы, төплө булыуы оҡшай. Көс, ғәйрәт, рух, дәрт, дарман бар был оркестрҙа. Ҡурайҙың импровизациялары башҡа музыка ҡоралдары менән шундай килешле, урынлы һәм хисле яңғырай. Бай, милли репертуар экрандағы башҡорт еренең гүзәл тәбиғәт күренештәре менән байытыла. Һоҡланғыс тамаша! Шундай ыңғай тәъҫораттар ҡалдырҙы башҡорт музыканттары менән осрашыу. Яңы йүнәлештәр, ижади асыштар, юғары бейеклектәр теләйем!»

«Башҡорт оркестры уйнаған музыканы оҡшатмай мөмкин түгел: тыңлаған саҡта йөрәк моң менән бергә тибә, һинең ниндәй милләттән булыуыңа ҡарамаҫтан, ул бөтә булмышыңды биләп ала. Сөнки музыканың милләте юҡ: ниндәй телдә һөйләһә лә, һәр кем өсөн бер төрлө яңғырай ул. Юҡҡа ғына был оркестр Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөмәй һәм уны бөтә ерҙә шатланып ҡабул итәләр», – тип яҙа Екатеринбург филармонияһында концертта булған тамашасы.

«Беҙ барыбыҙ ҙа ошо концерттан һуң бер аҙ башҡорттар булып алдыҡ. Устар янғансы ҡул саптыҡ, тауыш ҡарлыҡҡансы «маладис!» тип ҡысҡырҙыҡ», – тип яҙалар интернет селтәрендә.

«Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорттар үҙҙәренең милли музыкаһын, башҡорт рухын ошондай юғары кимәлгә күтәргән. Оркестр йөрәктәребеҙҙе яуланы, ә сәхнәлә музыкант ҡамыштан ҡурай яһап, шунда уҡ уйнап ебәреүе оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ», – тип тәъҫораттары менән уртаҡлашты Яр Саллы ҡалаһы тамашасыһы.

Күрше өлкәләрҙәге барған уңышлы, һөҙөмтәле оҙайлы гастролдәр араһында Милли оркестр тыуған филармония сәхнәһендә лә сағыу программалар әҙерләп өлгөрә. Тиҙҙән, 12 декабрь, филармонияның ҙур залында данлы коллективтың Ғаилә йылына, Башҡорт теле көнөнә һәм филармонияның 85-се юбилей йылын ябыуға арналған «Ырыҫлы бишек» исемле ҙур концерт программаһы тәҡдим итәсәк.  

Бәпес туйы, Исем ҡушыу, Йәштәр туйы, Килен төшөрөү кеүек борондан һаҡланып килгән милли йолалар нигеҙендә төҙөлгән театрлаштырылған тамашала филармонияның танылған солистары, билдәле коллективтары ҡатнаша. Был көндө артистар сәхнәлә йырлап ҡына ҡалмаясаҡ, ә бар актерлыҡ һәләттәрен дә күрһәтәсәк.

Милләтебеҙҙең «ырыҫлы бишеге» менән тығыҙ бәйләнгән ғөрөф - ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы хәтерҙә тотайыҡ, йәш быуындарға ҡәҙерләп тапшырайыҡ, телебеҙ ҡәҙерен беләйек, тип янып йәшәүсе һәр кем һис шикһеҙ был концертты күрергә тейеш!

Проекттың авторы һәм режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова, сценарий авторы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимаҙиева

«Ырыҫлы бишек» – ул тыуған башҡорт телебеҙ. «Ырыҫлы бишек» – ул татыу, берҙәм, бәхетле ғаилә. «Ырыҫлы бишек» – халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы булған халыҡ йолалары. «Ырыҫлы бишек» – милли рухлы халыҡ йырҙары, ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңына тоғро ҡалған филармониябыҙ. Башҡорт халҡының быуаттарҙан килгән изге йолаларын юғалтмайыҡ, һаҡлайыҡ, бергәләп иҫкә төшөрәйек», – ти Сулпан Раил ҡыҙы.  

Бынан тыш 4 -5 декабрь Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры дүртенсе йыл рәттән республикала ҙур уңыш менән барған «Ел тыуҙырған моң» халыҡ - ара этник тынлы музыка ҡоралдары фестивалендә төрлө тарафтарҙан килгән коллективтарҙы ҡаршы аласаҡ һәм улар менән тыуған филармония сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.  

 

Әлфиә Ғимаҙиева,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы.

ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
ЫРЫҪЛЫ БИШЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!
Автор:
Читайте нас: