-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь , 21:38

Рок һөйөүселәр өсөн хәтәр байрам был

Өфөләге көрәш һарайында иҫ киткес шәп сара - ”Дәрүиш рухы+” ҙур рок концерты гөрләй генә.

Рок һөйөүселәр өсөн хәтәр байрам был
Рок һөйөүселәр өсөн хәтәр байрам был

Тамашасы ифрат шат һәм ҡәнәғәт. Концертта Радий Фәрит улы ла бар тинеләр. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсебаев ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны. Был сара йыл да үтергә тейеш тип билдәләне.
Баҡыйлыҡҡа күскән башҡорт рок төркөмдәренә нигеҙ һалыусыларға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде (Дим Мәннән (Ҡолахмәтов) ("Дәрүиш хан"), Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров ("Рух")).
Сарала легендар һәм яңы ғына ижад юлына аяҡ баҫҡан төркөмдәр генә сығыш яһап ҡына ҡалмай, тиҙҙән тамашасылар араһында автографлы өс гитара һәм айфон уйнатыласаҡ. Тамаша юғары кимәлдә ойошторолған. Рок һөйөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә байрам был сара.

 

Автор:
Читайте нас: