-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь , 14:25

28 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа "Дәрүиш рухы" төркөмөнөң концерты

28 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа "Дәрүиш рухы" төркөмөнөң концерты була, тигән иғландар бик һөйөнөслө.

28 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа "Дәрүиш рухы" төркөмөнөң концерты
28 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа "Дәрүиш рухы" төркөмөнөң концерты

Минең аңлауымса, ансамбль хәҙер яңыртылған.
"Йәшлек" гәзитенең 1991 йылдың 26 октябрь һанында ул ваҡыттағы "Дәрүиш"те ойошторған Хәйбулла районының "Маҡан" совхозы егеттәре менән әңгәмәм баҫылғайны. Ошо мәҡәләнән ҡыҫҡа ғына ике-өс өҙөктө һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм, шул дәүерҙе хәтергә төшөрөп алайыҡ.

"- Егеттәр, уйнау стилегеҙ ниндәй?
- Поп-рок,хард-рок. Төрлө йүнәлештәр ҡыҙыҡһындыра, эҙләнәбеҙ .
- Ниндәй көйҙәр башҡараһығыҙ ?
- Альберт Ғәббәсов яҙған моңдарҙы.
Һүҙҙәрҙең авторы - беҙҙең кеүек үк әлегә бер кемгә билдәһеҙ Фәнил Әбделмәнов.
- Районда конкуренттарығыҙ юҡмы?
- Юҡ. Дуҫтарыбыҙ бар. Әле яңыраҡ ҡына "Рух" тип исемләнгән тағы бер төркөм барлыҡҡа килде. Маҡан мәктәбендә "Мәҙрәсә" малайҙары ысын күңелдән шатландыра. Шәп уйнайҙар.
- Ҡайҙалыр эшләйһегеҙме?
- Совхозда. Яҙ - сәсеүҙә, йәй - бесәндә, көҙ - уңыш йыйыуҙа. Эштән ҡурҡмайбыҙ. Шулай ҙа артабан башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү хыялы менән янабыҙ."

Ярлы, әммә рухи донъяһы сикһеҙ бай, тормошта бүтәндәр кеүек йәшәмәгән кешене дәрүиш тиҙәр. Егеттәр, ысынлап та, үҙ төбәге генә түгел, шул осорҙағы Башҡортостан тормошона ғәҙәтилектән бер аҙ юғары булмыштары, күнегелгән ҡалыптарға һыйып бөтмәгән сығыштары менән килеп инде. Был, әлбиттә, ҙур ҡыйыулыҡ ине.
Улар тамашасыны эскерһеҙлеге һәм таланты менән яуланы.

Яңыртылған "Дәрүиш рухы "на уңыштар теләйем.

Йомабикә Ильясова

https://vk.com/id620309849?w=wall620309849_2646

 

Автор:
Читайте нас: