«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» – дөйөм кешелек мөнәсәбәттәре темаһы менән бәйле төрлө жанрҙағы һигеҙ новелланы берләштергән альманах. Хәл-ваҡиғалар республиканың баш ҡалаһында бара. Өфөнөң 450 йыллығына арналған кинотаҫма ҡаланың мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтә. Фильм 2025 йылдың февралендә киң прокатҡа сыға һәм онлайн-платформаларҙа күрһәтелә.
Проектты «Асҡарфильм» киностудияһы һәм «МедиаСтарт» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы бойомға ашырҙы. Был фильм 2023 йылда Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды. Былтыр иһә грант ярҙамын өс тулы һәм бер ҡыҫҡа метражлы фильм, шулай уҡ бер йәнһүрәт сериалы алды.
«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмының ике новеллаһының художество етәксеһе һәм режиссеры – Айнур Асҡаров, «Өфөнән һөйөү менән», «Йыл ғаиләһе», «Өс таған» һәм башҡа кинотаҫмалар авторы. Төп ролдәрҙе Башҡортостан актерҙары Азат Йыһаншин, Артур Ҡунаҡбаев, Рушанна Бабич, Полина Шабаева, Николай Рихтер, Сәғиҙулла Байегет, Андрей Ганичев, шулай уҡ Рәсәйҙең билдәле артистары Валентина Ляпина, Владимир Гарцунов, Илья Виногорский башҡарҙы.