Улар күсмә халыҡтарҙың бай тарихы һәм мәҙәниәтенән рухланып, үҙҙәренең ижади күреү һәләтен һәм боронғо йолаларҙы нисек аңлауҙарын сағылдырған әҫәрҙәр ижад итте.
Турахан кәшәнәһе янында үткән симпозиумды асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙың ижади диалогы һәм берҙәмлеге символына әүерелгән коллектив кейеҙ панно эшләнеше менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы Милли музейы, Р.Ғ.Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы кеүек республиканың әйҙәүсе мәҙәни учреждениеларына сәфәр ҡылыу, ҡатнашыусыларға Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенә сумырға, төбәктең бай мираҫынан илһам алырға мөмкинлек бирҙе.
Шихандарға сәйәхәт, Торатауға менеү, палеолит осоро һүрәттәре менән билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу – былар барыһы ла ижади процестың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде һәм рәссамдарға боронғо тарихи дәүерҙәргә сумырға, тәбиғәт ҡомартҡылары менән бәйләнешкә инергә булышлыҡ итте.
Экспозиция рәссамдар ҡулланған жанрҙар, стиль һәм техникалар төрлөлөгөн күрһәтә. Традицион кейеҙ баҫыу техникаһынан заманса техника һәм материалдарға, символик һүрәттәрҙән абстракт композицияларға тиклем – күргәҙмә рәссамдар араһындағы ижади диалогты һәм уларҙың күсмә халыҡтар мәҙәниәтен тәрән аңлауын сағылдыра. Ул тамашасыны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡыра, Евразия зауыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте менән булған тәрән бәйләнеште аңлап, сәнғәткә яңы күҙлектән бағырға тәҡдим итә.
"Торатау" конгресс-холында урынлашҡан күргәҙмәлә төрлө милләт оҫталарының эштәрен ҡарарға, илһам алырға мөмкин.
Алакунов Айып - Ҡырғыҙстан,
Бабазаде Эльдар- Әзербайжан
Герель Сугар - Монголия,
Жосжанов Бауыржан - Ҡаҙағстан
Зияханов Хуршид - Үзбәкстан
Усмонов Далерджо,- Таджикстан,
Хани Фарамарз - Иран, Шаравдорж Сухбат - Монголия һәм Рәсәйҙән
Исмәғилов Флүр, Кипко Татьяна, Мостафина Гүзәл, Мөхәмәтйәрова Гүзәл, Аргунова Мира, Репникова Екатерина, Ғилманова Ләйсәндең эштәре урын алған.