Йәш артистың баш әйләнерлек карьераһы 1989 йылда яңы төркөмгә солист итеп алыныуҙан башлана. Тәүге состав гастролдәр менән бөтә илде урап сыға, өҫтәренә дан һәм аҡса яуа.
Әммә иң ауыры алда була. 2003 йылда уға дүртенсе стадиялағы лейкоз - ямаш шеш диагнозы ҡуялар. 36 йәшлек артист оҙайлы һәм ҡатмарлы дауалана. 10 йылдан яман шеш ҡабат баш ҡалҡыта. Был юлы ла артист уны еңә.