Ейәнсура районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, быйыл Самат Аҙнабаев Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға киткән.
– Уның алты балаһы бар, бына тигән ғаилә. Йәшенә ҡарамаҫтан, Самат Аҙнабаев ныҡлы ҡарар ҡабул итте һәм Тыуған илебеҙ һағына баҫты. Башҡорт Үргене ауылынан дошман менән алышҡан ир-егеттәр күп. Улар менән бәйләнеш тотабыҙ һәм мөмкин тиклем тығыҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ, - тип һөйләне муниципалитет хакимиәте советы секретары Рәмил Мырҙабулатов.
Инсаф Хужабиргәнов.