«Шаболовка, 37» музыкаль клубын музыкант Вадим Эйленкриг алып бара. Hazina тамашасыларға NAZA дебют альбомынан үҙенең композицияларын тәҡдим итте. «Ҡуңыр буға», «Мөғлифә», «Ишбирҙе ҡасҡын» һәм «Алты егет» тигән халыҡ йырҙары яңғыраны.
«Беҙ киң аудиторияға Башҡортостандың боронғо традициялары һәм легендалары яңғыраған музыкабыҙҙы асыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ», — тине төркөмдөң йырсыһы Наилә Биктимерова.
Проектта ҡатнашыусылар ҙа йылы осрашыуҙан илһам-дәрт алды. Проект етәксеһе Земфира Рәшитова тамашасыларҙы башҡорт халҡының уйын ҡоралы ҡурайҙың тарихы менән таныштырҙы, ә ҡумыҙсы һәм йырсы Зәлиә Нурлы альбомдың композицияларын ижад итеүгә илһамландырған легендалар хаҡында һөйләне.
Төркөм Нина Шацкаяның Jazz-триоһы һәм Вадим Эйленкригтың Eilenkrig Crew коллективы менән башҡорт халыҡ йыры «Йүккәкүр генәйем» һәм рус халыҡ йыры «Перевоз Дуня держала» темаһына импровизация башҡарҙы.
Ләйлә Аралбаева.