Проект мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Наполеон һуғыштары осорондағы француздар башҡорт яугирҙәрен уҡты оҫта ҡулланған өсөн “Төньяҡ Амурҙары” тип йөрөткән. Яңы әҫәр Башҡортостан тарихының тап ошо битенә – уның полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына бағышланасаҡ.
Ул заманса милли опера буласаҡ, бөйөк тарихи ваҡиғаға ҙур өлөш индергән яугир-башҡорттарға хөрмәт күрһәтәсәк.
Операның сюжеты ябай башҡорт һалдаттарының береһе – Рәсәй империяһы армияһының батыр һәм ғорур яугиры тормошона нигеҙләнгән. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем бөтә һынауҙарҙы үтә һәм тыуған яҡтарына ҡайта.
Опера композиторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы Шәүрә Сәғитова.
Шәүрә Урта махсус музыка колледжының фортепиано класын (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Т.Н.Тюфякова класы), 2012 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын пианистка (РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы, профессор Л.А.Франк класы) һәм композитор (БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, доцент И.И.Хисаметдинов класы), П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын Композиция (профессор Ю.В.Воронцов класы), З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын фортепиано һөнәре буйынса (профессор Л.А.Франк класы) тамамлай.
Шәүрә Сәғитованың репертуары бик киң һәм классик композиторҙарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Ул даими рәүештә Өфө һәм республиканың, Ҡазан, Екатеринбург, Пермь, Һарытау, Һамар ҡалаларының төрлө сәхнәләрендә яңғыҙ һәм инструменталь ансамблдәрҙә уйнай. Композитор Франция, Румыния, Чехия, Германияла һ. б. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара пианистар һәм композиторҙар конкурстары лауреаты һәм дипломанты булып тора.