Юбилей аҙналығы репертуарҙың иң популяр спектакле Хәлисә Мөҙәрисованың повесы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (16+) менән асылды. Уның премьераһы 2012 йылдың 19 апрелендә булды. «Бәхет хаҡы» спектакле 12 йылдан ашыу ҙур уңыш менән бара, ә 2024 йылдың 4 ноябрендә мелодрама 190-сы тапҡыр күрһәтелде.
Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакле (16+) сәхнәләштерелә. Иртәгә иһә Зифа Ҡадированың повесы буйынса «Һинһеҙ килгән яҙҙар» мелодрамаһы (16+) ҡуйыла. 7 ноябрҙә театр сәхнәһендә ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса «Джут. Һуңғы йәйләү» спектаклен (16+) ҡарарға мөмкин. Юбилей аҙналығының бишенсе көнөндә Айгөл Әхмәтғәлиеваның пьесаһы буйынса «Ул бит кисә ине» лирик комедияһы (12+) күрһәтелә. Айрат Әхтәм улы был пьесаны Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театрында ла сәхнәләштерҙе. Режиссерҙың юбилейы уңайынан Өфө һәм Ырымбур театрҙары ижади проект әҙерләне — Дилара ролен Ырымбур татар драма театры актрисаһы Әлиә Салпикова уйнай.
9 ноябрҙә театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахманов үҙенең 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә. Аҙналыҡ Таңсулпан Ғарипованың роман-пенталогияһы буйынса «Бөйрәкәй» спектакле (16+) менән тамамлана.
Ләйлә Аралбаева.