Дуҫлашып йөрөүебеҙгә йыл булды тигәндә беҙ уҡып бөттөк, һәм Зариф тәҡдим яһаны. Тик шунда уҡ шартын ҡуйҙы: ауылда йәшәйәсәкбеҙ.
Әлбиттә, ризалаштым. Ҡала уңайлыҡтары тип шундай шәп егеттән баш тартып ултырып булмай бит инде. Ә ауылдарына танышырға барғас, иҫем китте: унда ла ҡалалағынан яҡшыраҡ йәшәргә була икән! Ҙур иркен йорттарына газ ингән, йылы һыуы ағып тора, бәҙрәф өйҙә – рәхәтләнеп йәшә. Һөйгәнемде ғаиләһе лә бик тырыш һәм хәлле булып сыҡты.
Ҡайным ғүмер буйы Себерҙә вахта менән эшләгән. Зариф та уҡып бөтөү менән атаһы артынан эшкә шул тарафҡа китте. Мин ҡаршы булманым. Тырышып эшләп, ике йыл да үтмәне, үҙебеҙгә йорт һалып индек. Шундай уҡ ҙур һәм матур. Үҙ зауығым буйынса биҙәнем, йыһаздар алдым. Мунсабыҙ булһа ла, хатта душ кабинаһы тиклем бар өй эсендә.
Ауылда миңә эш булмағас, баштан уҡ өйҙә ултырасаҡмын, донъя көтәсәкмен тип һөйләштек. Бәләкәй генә баҡсамда йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәм, ҡыуаҡлыҡтарҙа ҡарағат, ҡурай еләге бешә, алма-муйылдар уратып алған. Ирем бер ай эшләп, бер ай ял итә. Аҡсаны күп итеп алып ҡайта. Барыһы ла яҡшы тиер инем, бер “ләкин”е бар шул. Берәү генә лә түгел, ә күп. Ул да булһа – иремдең туғандары...
Беҙ йәшәгән ауылда иремдең ата-әсәһе, ағаһы ғаиләһе менән һәм апаһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Ике, өс, дүрт туғанлыҡ туғандары тураһында әйтеп тә тормайым. Юҡ, улар бөтәһе лә яҡшы кешеләр, ихластар, мине яратып торалар. Тик артығы менән ихластар тип әйтәйемме икән. Өйөбөҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй.
Иртән уянып өлгөрмәйем, һөт менән ҡаймаҡ тотоп ҡәйнәм килеп етә. Уның менән ултырып сәй эсергә, бер-ике сәғәт һөйләшеп ултырырға кәрәк. Ул ҡайтып күп тә үтмәй, ике балаһын эйәртеп иремдең апаһы килә. Урамыбыҙҙа йәй көнө бассейн ҡуябыҙ, бәүелсәк тә бар. Балалары шунда кинәнә. Улар уйнағансы апаһы инә, йәнә ултырабыҙ сәй эсеп.
Кискелеккә йәнә балаларын эйәртеп килендәшем күренә. Улары менән шул уҡ хәл. Был бит бер көн генә түгел, йылдар буйы шулай дауам итә. Ялҡып бөттөм. Өйҙә ятҡым, үҙ эштәрем менән булғым килә. Ә улар беҙҙән сығышмай. Ирем ялға ҡайтһа, бөтөнләй кеше өҙөлмәй. Туғандары янына дуҫтары өҫтәлә.
Зариф бында бер ниндәй проблема ла күрмәй. Бер нисә тапҡыр әйтеп ҡарағайным, аптыраны. “Кеше килһә, күңелле бит, ниңә буштан баш ҡатыраһың?” ти ҙә ҡул һелтәй.
Ҡалала ундай нәмә булмағас, аптырайым. Әсәйем беҙгә килер булһа, бер көн алдан иҫкәртә, “пландарығыҙ юҡмы, ҡамасауламайыммы?” тип белешә. Ә былар ҡайҙа инде иҫкәртеү, шылтыратыу, ишек шаҡып та тормай, үҙ өйөнә кеүек килеп инәләр.
Бына нимә эшләргә миңә? Шым ғына йәшәп тик ятырғамы, әллә холҡомдо күрһәтеп алырғамы? Әрләшкем дә килмәй, һәйбәт кешеләр бит үҙҙәре, тик былай йәшәү ҙә ялҡыта.
(Бер ҡатындың һөйләгәндәренән).