Халыҡ араһында таралған төрлө шау-шыуҙы булдырмау, бәхәсле һорауҙарға яуап биреү маҡсатында кәңәшмәлә яңғыраған мөһим фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин:
— Ултырыш Мәскәүҙә дәүләт экспертизаһы тамамланыу алдынан үткәрелә. Беҙ төп дәүләт экспертизаһы алдынан үҙебеҙҙең позицияны белдереп ҡалдыҡ. Радий Хәбиров шундай бурыс ҡуйҙы: реставрациянан һуң һәйкәл тағы 100 йыл торорға тейеш. Беҙ бөгөн йыйылғандарға һәйкәлдең нисек емерелгәнен, бөтә комплексҡа ремонт кәрәк булғанлығын, постаментын алмаштарыу кәрәклеген аңлатырға теләйбеҙ.
Проекттың баш инженеры Максим Козлов:
— Һәйкәлдең каркасы серегән. Бының хаҡында оҙаҡ һөйләштек һәм шундай ҡарарға килдек, тимер каркасты ныҡлыраҡ материалға — тутыҡмай торған ҡоросҡа алмаштырасаҡбыҙ. Дәүләт экспертизаһы техник өлөшөн тикшерҙе һәм бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрәсәк.
Скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков:
— Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк. Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел.
Инсаф Хужабирганов.