+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь , 17:28

Республикала ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һайлап алыу конкурсы иғлан ителде

Башҡортостанда мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе белгестәренә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 1 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә. Мәҙәниәт министрлығы конкурс буйынса һайлап алыу тураһында иғлан итте.

Республикала ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һайлап алыу конкурсы иғлан ителде
Республикала ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һайлап алыу конкурсы иғлан ителде

Шарттарға ярашлы, белгестәр дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында эшләргә һәм һөнәри белемле булырға, йә иһә мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларында (балалар сәнғәт мәктәптәрендә, балалар музыка мәктәптәрендә, балалар һынлы сәнғәт мәктәптәрендә, балалар хореография мәктәптәрендә) уҡытырға тейеш. Аҡсаға 2021 йылдан ауыл еренә йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән 35 йәшкә тиклемге белгестәр дәғүә итергә мөмкин.

Маҡсатлы түләү белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы, шулай уҡ шәхси автотранспорт һатып алыуҙы күҙ уңында тота.

Конкурсҡа ғаризалар республиканың Мәҙәниәт министрлығында 6 ноябрҙән 13-нә тиклем ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас: