31 октябрҙә Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса «Ут күршеләр» әҙәби-танытыу проекты һөҙөмтәләре билдәле булды.
Был проектты Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашыра.
Конкурсҡа барыһы 63 тәржемәсенән 80 ғариза ҡабул ителгән. Рәсәйҙең 21 ҡала-районынан, хатта Литванан бер тәржемәсе ҡатнашыу теләген белдергән.
Әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәренән, нәшриәт вәкилдәренән, билдәле тәржемәселәрҙән, рәсми структуралар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы тәҡдим ителгән 80 китаптан бишәүһен еңеүсе тип тапты:
"Эре проза" номинацияһы - Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" дидактик романы, тәржемәсе - Зөһрә Бураҡаева.
"Проза йыйынтығы" номинацияһы - Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре, тәржемәсе - Алик Шакиров.
"Шиғриәт" номинацияһы - "Бәхет эҙләү" шиғырҙар йыйынтығы, тәржемәсе - Юрий Татаренко.
"Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы - Дилә Булгакованың хикәйәләре, тәржемәсе - Заһиҙә Мусина.
"Классик" номинацияһы - Зиннур Ураҡсиндың әҫәрҙәре, тәржемәсе - Юлдаш Ураҡсин.
"Ут күршеләр" проектында еңеүсе тип табылған тәржемәселәр ике ай дауамында әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйәсәк. Артабан улар әҙерләгән китаптар донъя күреп, уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк. Проекттың фонды - 1 500 000 һум.
2 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала "Заман шарттарында нәфис тәржемә практикаһы" семинары һәм "Әҙәби тәржемә - XXI быуат диалогы" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда билдәле тәржемәселәр, әҙәбиәт белгестәре - Виктор Куллэ (Москва), Андрей Тимофеев (Москва), Владимир Угрюмов (Новосибирск) ҡатнашасаҡ.
Шулай уҡ Башҡортостан яҙыусыларының төрлө телдәрҙә донъя күргән китаптарынан торған күргәҙмә ойоштороласаҡ.
#ФСГОРБ#ГрантыРБ#нкогранты2024