Өфөлә Матбуғат йортонда маскировкалау селтәрҙәре үреү эше яҙ ойошторолоп, бөгөн әүҙемләште. Материал киҫеү, үреү өсөн махсус станоктарҙы ла үҙ ҡулдары менән йыйҙы матбуғат хеҙмәткәрҙәре.
Журналистар буш ваҡыттарында (күберәге төшкө аш мәлендә йәки эштән һуң) алғы һыҙыҡҡа ярҙам әҙерләй. Ир-егеттәр бина артында буржуйкалар эшләһә, ҡатын-ҡыҙҙар эстә маскировкалау селтәрҙәре үрә.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы хеҙмәткәрҙәре, БСТ каналы, "Юлдаш", "Ашҡаҙар" радиоһы журналистары ла эш ваҡыттары бөтөү менән Матбуғат йортона маскировкалар селтәрҙәре үрергә ашыға.
Вәхит Хызыров «Башинформ» журналисына МХО-ға барырға теләүе хаҡында һөйләгән:
– Мин хәрби комиссариатҡа барып та ҡараным, алманылар. Йәшем тура килә. Ә һаулығым юҡ. Быйыл өсөнсө тапҡыр инсульт кисерҙем. Дуҫтарым Сочиҙағы Лазаревское шифаханаһына юллама бүләк иткәйне. Шифахананың янындағы йортта ҡатындарҙың маскировка селтәрҙәре үреүен күреп ҡалдым. Барып ярҙам тәҡдим иткәйнем, ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Курск өлкәһенә бер нисәүҙе үреп ебәрҙек. Мин ошо эште артабан дауам итергә теләйем. Матбуғат йортона көн һайын килеп йөрөй алам, – тип һөйләне халыҡ артисы - https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/haly-artisy-v-hit-hyzyrov-mho-yaugir-aryna-maskirovkalau-selt-re-r-3987280