"Мәләүез гүзәле" монументаль скульптурала башҡорт милли кейеменә кейенгән һыбайлы ҡыҙ һүрәтләнгән. Ҡыҙҙың ҡулында Мәләүез районы символы — Бөркөт . Постаментты иҫәпкә алмағанда, монументтың бейеклеге 5,6 метр. Скульптор Игорь Павлов монументты ҡалаға бушлай бүләк итте.
"Скульптура матурлыҡты, изгелекте һәм ҡунаҡсыллыҡты кәүҙәләндерә. Сергетышты биҙәгән «ҡусҡар» орнаменты уңдырышлылыҡты символлаштыра, был райондың аграр тармаҡтағы ҡаҙаныштарын күрһәтә», — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Мәләүез районы башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.
Ыласын - https://vk.com/im?peers=32240993&sel=357905114&w=wall-37096307_39562%2F7642bf639d74e91791