+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь , 14:36

«Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы»

27 октябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында 2024 йылда мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустриялар өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты еңеүсеһе – «Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы 2024–2025» проекты старт ала.

«Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы»
«Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы»

Проектта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Башҡортостан Республикаһынан, Ростов, Силәбе, Пенза, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан талантлы йырсылар ҡатнаша. Проектта ҡатнашыуға бөтәһе 48 ғариза бирелгән, шуларҙың 12-һе һайлап алынған. Йәш вокалистар билдәле опера сәнғәте оҫталары етәкселегендә үҙҙәренең профессиональ кимәлен күтәреү, шулай уҡ ҙур симфоник оркестр оҙатыуында опера сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Проекттың художество етәксеһе – Мария театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. Уҡытыусылары: Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты, Беларусь Республикаһының Ҙур театрының баш дирижеры, Н.Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академия балалар музыка театрының баш дирижеры һәм Башопера дирижеры Артем Макаров, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, Башҡортостандың халыҡ артистары Эльвира Фәтихова һәм Лариса Әхмәтова, шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы һәм эстрада джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссураһы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор, сәнғәт ғилеме кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев.

Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды аҡсаһына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Проекттың кураторы Наталья Абдразаҡова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы» проекты икенсе тапҡыр уҙғарыла. 2023 йылда ул тәүге тапҡыр үткәрелә һәм Өфөлә грандиоз концерт менән тамамлана. Академияның концерттары шулай уҡ Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында үтә.

Автор:
Читайте нас: