+29 °С
Ясно
Новости
17 Октября 2024, 04:52

Башҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнаша

Шәмбе, 19 октябрҙә, НТВ телеканалында «Мөғжизә» шоуының унынсы сығарылышы эфирға сыға. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Кирилл Вихляев ҡатнаша.

Башҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнашаБашҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнаша
Башҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнаша

Кирилл — гармунсы, һәләтле һәм аралашыусан малай, бик күп конкурстар еңеүсеһе. Бәләкәй сағынан музыка менән ҡыҙыҡһына, сәхнәлә сығыш яһарға ярата.

Программа авторҙары әйтүенсә, Кирилл гармунда халыҡ көйҙәрен генә түгел, заманса поп-композицияларҙы ла оҫта уйнай. «Мөғжизә» шоуы сәхнәһендә йәш гармунсы тотош илгә үҙенең һәләтен күрһәтергә әҙерләнә.

Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-16/yunyy-garmonist-iz-bashkirii-primet-uchastie-v-semeynom-teleshou-3969676

Башҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнаша
Башҡортостандан йәш гармунсы ғаилә телешоуында ҡатнаша
Автор:
Читайте нас