+16 °С
Облачно
Новости
9 Октября 2024, 11:41

Радий Хәбиров КВН буйынса Башҡортостан Башлығы Кубогы уйынын ҡараны

8 октябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында КВН буйынса Башҡортостан Башлығы Кубогына уйын уҙҙы. Сараға республика етәксеһе Радий Хәбиров та килде.

Радий Хәбиров КВН буйынса Башҡортостан Башлығы Кубогы уйынын ҡараныРадий Хәбиров КВН буйынса Башҡортостан Башлығы Кубогы уйынын ҡараны
Радий Хәбиров КВН буйынса Башҡортостан Башлығы Кубогы уйынын ҡараны

Уйын-көлкөлө ярыш Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан 14 команда ҡатнашты. Мәҙәни, шулай уҡ илһөйәрлек һәм тыуған төйәккә һөйөү менән һуғарылған сығыштар күрһәтелде.

Уйын йомғаҡтары буйынса «Кесе кубок»ты Стәрлетамаҡтан «Класташтар» яуланы. «Урта кубок»ты Өфөнән «Берләшкән вокал көстәре» алды. «Оло кубок» иһә Свердловск өлкәһенең «Леон Киллер» командаһында.

Уйын тамашасыларға ыңғай хис-тойғолар эмоциялар бүләк итте, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Дөрөҫөн әйткәндә, күптән шулай көлгәнем юҡ ине. Ихлас юмор өсөн ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-08/radiy-habirov-posetil-igru-na-kubok-glavy-bashkirii-po-kvn-3960774

 
Автор:
Читайте нас