+9 °С
Ясно
Новости
8 Октября 2024, 05:12

Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде

Салауат башҡорт драма театрында 92-се театр миҙгеле «Һөйөү көсө» спектакленең премьераһы менән асылды. Спектаклдә башҡорт егетенә ғашиҡ булған немец ҡыҙы Францискеның Сәйфетдин өсөн тыуып үҫкән иле Германияны ташлап китеүе, йәштәргә Рәсәйҙә төрлө һынауҙар ашы үтергә тура килеүе хаҡында һүҙ бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелдеНемец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде
Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде

– Спектакль Ишембай районында булған реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Премьераның беренсе көнөнә «Һөйөү көсө» пьесаһының төп геройҙары – Сәйфетдин менән Францискеның ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең килеүе һәммәһен дә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Уларҙың икәүһе алыҫтан — Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән килгән. Был тамашаны барыһы ла күҙ йәштәре аша ҡараны, өләсәләрен иҫенә төшөрҙө һәм артистарға рәхмәт белдерҙе, — тип һөйләнеләр театрҙа.

Премьерала пьеса авторы — драматург, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла бар ине.

— Бөгөн минең өсөн бик ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға! Спектаклде ҡарағанда геройҙарым менән бергә ҡайғырҙым, – тип тәьҫораттары уртаҡлашты драматург. – Тамашасылар көлдө лә, иланы ла. Режиссер Зиннур Сөләймәновҡа, ижади төркөмгә һәм Салауат театры етәкселегенә ошо спектакль өсөн рәхмәт белдерәм.

Спектакль ике көн аншлаг менән барҙы һәм тамашасыларҙың ыңғай баһаһын алды. Тамаша «Берҙәм Рәсәй» партияһы башлап ебәргән «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты ярҙамында бойомға ашырылды.

Ләйлә Аралбаева.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-07/v-bashkirii-postavili-spektakl-na-osnove-realnoy-istorii-lyubvi-nemki-i-bashkira-3957977

Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде
Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде
Немец ҡыҙы менән башҡорт егетенең мөхәббәте тураһында спектакль сәхнәләштерелде
Автор:
Читайте нас