Абҙағыма ҡайтам
Үҙәктәргә үтеп арытты бит
Таш урамдар, ҡала шауҙары.
Сихри донъя кеүек тартып алды
Ҡыҙыл буйы, Ҡырҡты тауҙары.
Табандарым ерҙе тойоу менән
Иркенәйҙе ҡапыл һулыштар,
Ҡыҙыл тулҡынында ағып китте
Йөрәктәге барлыҡ һағыштар.
Аҡбайҙарым, ҡара, онотмаған,
Ҡаршы сығып, «һау-һау» сәләмләй,
Ауылдаштар бер аҙ үпкәләпме,
Оҙаҡ торҙоң, тиҙәр, күренмәй.
Эстән генә хәҙер үкенәмен:
Бысағыма диңгеҙ ярҙары.
Күҙ алдымда сыбар вокзал шауы,
Миндәйҙәрҙең михнәт, аһ-зары.
Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйҙәр,
Кәрәк булған бында ҡайтаһы,
Кендегемде киҫкән Абҙағымда
Яҙмышымдың алтын уртаһы.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң, 77-се йәшендә шағир Әхмәҙин Әфтәхтең йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәнең Йәннәттә булһын, Әхмәҙин ағай! Бәхил бул! Тыныс йоҡла!
Шағирҙың васыяты буйынса уны тыуған төйәгендә – Белорет районының Абҙаҡ ауылында ерләйәсәктәр.