+13 °С
Облачно
Новости
19 Сентября 2024, 10:52

Башҡортостанда Рәхимбай һәм Овсанна исемле сабыйҙар тыуған

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 18 сентябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк һәм популяр исемдәрен атанылар. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Башҡортостанда Рәхимбай һәм Овсанна исемле сабыйҙар тыуғанБашҡортостанда Рәхимбай һәм Овсанна исемле сабыйҙар тыуған
Башҡортостанда Рәхимбай һәм Овсанна исемле сабыйҙар тыуған

Шулай итеп, ҡыҙ балалар араһында осраған һирәк исемдәр – Альвина, Овсанна, Эйлина, Найлә һәм Адилия. Малайҙарға Нәсим, Илфир, Эван, Антип, Рәхимбай тип ҡушҡандар.

Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре – Әминә (329), София (278), Эмилия (273), Ева (271), Арина (266). Малайҙарҙа иһә Әмир (412), Тимур (275), Марк (273), Артем (261), Эмир (261).

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-19/nazvany-samye-populyarnye-i-redkie-imena-novorozhdennyh-v-bashkirii-3935655

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас