Гран-приға Өфө районынан Гөлсөм Хөсәйенова лайыҡ булды. Уға 150 мең һумлыҡ сертификат бүләк иттеләр.
1 дәрәжә лауреаттар:
“Балалар кейеме – реконструкция” номинацияһында - Гөлгөнә Мәмбәтов (Ишембай ҡалаһы).
“Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары – реконструкция” номинацияһында – Әлиә Аллағолова (Өфө ҡалаһы).
“Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция” номинацияһында –
иң шәп ир-егет кейемен Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин,
иң шәп ҡатын-ҡыҙ кейемен Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова алып килгән.
Тәүге тапҡыр ойошторолған ижади ғаиләләр конкурсында Өфөнән Рауза Ғәлиуллина 1 дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Быйыл конкурста Башҡортостан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән, Италия һәм Турция илдәренән оҫталар ҡатнашҡан.