еатрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Грозный ҡалаһында «Ярлыҡау» спектаклен «Алтын битлек»тең эксперт советы рәйесе һәм «Федерация» фестиваленең художество советы ағзаһы Дмитрий Родионов баһалай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эксперт советы ҡарары буйынса «Ярлыҡау» спектакле (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) видеояҙма буйынса алдан һайлап алыуҙы үтеп, «Дәғүә итеүсе» статусын алды.
«Тимәк, эксперттар Рәсәйҙең төрлө театрҙарынан ебәрелгән спектаклдәрҙең яҙмаһын баһалаған. Хәҙер спектаклдең яҙмышын эксперт советы ағзалары уны үҙҙәре ҡарағандан һуң хәл итергә тейеш. Уларҙың ҡарары 2024 йылдың аҙағына тиклем иғлан ителә», - тип билдәләне театрҙың матбуғат секретары Динә Бәширова.
Дмитрий Родионов — «Алтын битлек» Милли театр премияһының эксперт советы рәйесе, театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, «Сцена» журналының баш мөхәррире, Бахрушин исемендәге Театр музейының генераль директоры (2007-2021), К. С. Станиславский премияһы лауреаты.