– Кинорежиссерҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашҡанда гранттар бирергә һөйләштек. Хәҙер дәүләт заказы махсус хәрби операция менән бәйле. Һоҡланғыс яҙмышлы геройҙарыбыҙ күп, – тине республика Башлығы. – Ғөмүмән, беҙ фильмдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, иң мөһиме – киноға йөрөйбөҙ.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, әлеге көндә мөһим булған Тыуған илде һаҡлау, егеттәребеҙҙең махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы темаһына сценаристар, режиссерҙар битараф түгел. Министр үҙенең сығышында хәрби операция темаһына төшөрөлә башлаған бер нисә фильмды телгә алды.
– Радик Килмәмәтов Сибай театр-концерт берләшмәһенең мобилизацияланған артистары тарихына арналған «Герой бейеүе» фильмы өҫтөндә эшләй. Фильм башлыса батырҙарса һәләк булған бейеүсе егет Илнар Хәтмуллинға арнала. Ул яҡындарының һәм дуҫтарының күңелендә мәңге йәш булып ҡалды. Фильмды 11 октябргә – Республика көнөнә тамамлайбыҙ, – тине министр. – Руслан Юлтаев алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән милли ризыҡтарыбыҙ хаҡында «Күстәнәс» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән геройыбыҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында анимация фильмы өҫтөндә эшләйбеҙ.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «яҡут киноһы» феномены менән бер рәттән «башҡорт киноһы» феномены бар, яҡут кинематографистарынан өйрәнергә кәрәк. Республика етәксеһе илһөйәрлек рухындағы анимация трилогияһының дауамын көтә, уның беренсе фильмы «Төньяҡ амурҙары» тип атала. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, киләһе бүлек легендар комдив, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышлана.
Ләйлә Аралбаева