102 йәшлек Мөкәрәмә инәй Исхаҡова Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында йәшәй. Ул - педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Мөкәрәмә инәй - Ейәнсура районының Байыш ауылы ҡыҙы. Тәүәкән ауылына килен булып төшкән. Уның тормош иптәше Әхмәт Кинйәғәли улы Яхин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан һуң Дауыт-Ҡайып, Тәүәкән, Теләүембәт мәктәптәрендә уҡытҡан һәм директор булып эшләгән. Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы ла ғүмеренең күп өлөшөн балаларға белем биреүгә арнаған, уның педагогик хеҙмәт стажы – 38 йыл, география, химия һәм биология фәндәренән уҡытҡан.
- Балаларыма күсеп барғым килмәй - унда барһаң, эшләтмәйҙәр, ә мин ҡул ҡаушырып эшһеҙ ултырырға яратмайым. Шулай булһа ла ҡыш барырмын инде, - тигәйне инәй бынан ике-өс йыл самаһы элек аралашҡанда. Әйикәндәй, ул 95 йәшенә тиклем һыйыр тотҡан.
Һаман да эшһеҙ тора алмай икән инәй: комиссия ағзалары килгәндә лә ул картуф менән булышҡан. Әлбиттә, был эштәргә ул балалары күрмәгәндә генә тотона. Күҙҙәр генә теймәһен, Мөкәрәмә инәй!
“Мораҙым” гәзите - https://moradim.ru/articles/aylau/2024-09-07/102-y-shlek-m-k-r-m-in-y-isha-ova-byyyl-da-aylau-an-sitt-almany-3918470?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37737692
Орҡоя Таһироваға 101 йәш. Ул ҡыҙы Зәкиә менән Йылайыр ауылында йәшәй. Сәйәси яңылыҡтар хаҡында радионан тыңлап белә. Республика Башлығын һайлау барғаны хаҡында ла хәбәрҙар булып ултыра. Бюллетенгә үҙ ҡулы менән ҡултамға ҡуйып, тауышын биреп тә ҡуйҙы инәй. Өйөнә килгән һайлау комиссияһы ағзаларына һәм журналистарға изге теләктәрен юллап, ил именлеге теләп оҙатып ҡалды ул.
“Ауыл уттары” гәзите - https://aulut.ru/articles/common_material/2024-09-07/yylayyr-an-101-y-shlek-in-y-tauysh-bir-e-3917883?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572
Ейәнсураның иң өлкән кешеһе – 100 йәшлек Мәғәфүрә инәй Абдуллина һайлау комиссияһы килеүен ихатаға сығып уҡ көтә ине. Әбейҙәр сыуағының йылы ҡояшында ҡыҙынып ултырған инәйҙең кәйефе байрамса. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлап, бер нисә быуын өсөн икенсе әсәй булған Мәғәфүрә Рәхмәтулла ҡыҙы һәр һайлауҙың киләсәк өсөн әһәмиәте ҙур булыуын яҡшы аңлай. Шуға ла һәр саҡ ихлас тауыш бирә.
- Беҙ төрлөһөн: ауырлыҡтарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫтек. Ейән-ейәнсәрҙәрҙең, бүлә-бүләсәрҙәрҙең киләсәге матур булһын, – тигән изге теләктәр менән төшөрҙө инәй бюллетендәрҙе урнаға.
“”Ейәнсура таңдары” гәзите - https://ejansura.ru/news/hailau/2024-09-07/100-y-shlek-in-y-tauysh-bir-e-3918138