2019 йылда Зөлфирә Сәлимова ойошторған «Нәүрүз» ансамблендә йәмғеһе 26 кеше шөғөлләнә. Башлыса хаҡлы ялдағылар сығыш яһай.
Зөлфирә Сәлимова — үҙешмәкәр композитор, шағирә, йырсы, юғары категориялы концертмейстер-баянсы. Зөлфирә Ғайса ҡыҙы — «Зөбәржәт» халыҡ фольклор ансамбле, «Йәш йөрәктәр» гармунсылар ансамбле, «Нәүрүз» халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе, шулай уҡ Мәсетле районы татарҙары автономияһы рәйесе, Мәсетле районының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора.
Ижади коллективтар менән эшләүҙән тыш, Зөлфирә Сәлимова хәйриәлек менән дә шөғөлләнә — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. Коллективтар менән ауылдар буйлап йөрөй, концерттар бирә, килгән аҡса яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелә. Халыҡтар дуҫлығы йорто аша гуманитар ылау менән Мәсетле районы халҡы йыйып тапшырған 28 посылка ебәргән.
Фестиваль Татарстандың баш ҡалаһында бара. 30 августа «Ҡазан һөлгөһө» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашыусыларҙың гала-концерты була.
Фестиваль татар халҡының йыр-бейеү сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, донъяның төрлө төбәктәренән татар коллективтары менән тәжрибә алмашыуға, шулай уҡ һәләтле башҡарыусыларҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Конкурста профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ һәүәҫкәр артистар ҡатнашты. 2019 йылдан фестиваль ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренең креатив проекттары исемлегенә индерелгән.