– Фестивалдә меңләгән артист, шул иҫәптән музыканттар, йырсылар һәм бейеүселәр бергәләп Башҡортостан һәм Өфө тураһында әҫәр башҡара. Бер үк ваҡытта артистар йырлай ҙа, бейей ҙә, уйнай ҙа. Һуңынан һәр коллектив концерт программаһы менән сығыш яһай. Меңгә яҡын артист «Яратҡан Башҡортостан», «Салауат маршы», «Өфө йүкәләре», «Тыуған яҡ»ты башҡара, быны мотлаҡ күрергә кәрәк! - тип һөйләне «Урал-бэнд» Урал дәүләт тынлы оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Александр Павлов.
Өфөнөң балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең йыйылма хоры, баш ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтарының бал бейеүҙәре ансамбленән сағыу программа көтә. Шулай уҡ сарала ҡала мәҙәниәт һарайының «Притяжение» йыр театры солистары, «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө, «Триумф» барабансылар төркөмө ҡатнаша.
«Өфө яңғырай!» тынлы оркестрҙар фестивале Рус драма театры янында кисә киске сәғәт 6-ла башланһа, бөгөн - көндөҙгө 3-сө яртыла башлана.