+9 °С
Ясно
Новости
29 Августа 2024, 07:04

Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды

Өфөлә Үҙәк баҙар янында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. «Үҙәк» аллеяһындағы скульптура банк ҡыйығында оя ҡорған ыласын (сапсандар) ғаиләһе хөрмәтенә ҡуйылды. Металдан эшләнгән ҡош һыны финанс учреждениеһынан – ҡалаға бүләк. Бөгөн, 29 августа, уны асыу тантанаһында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һәм банк вәкилдәре ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә сапсанға һәйкәл асылдыӨфөлә сапсанға һәйкәл асылды
Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ыласын-сапсандар яҙ һайын Өфө ҡалаһы банкы ҡыйығына әйләнеп ҡайта. 2019 йылдан банк ҡоштарҙың тормошо тураһында тәүлек әйләнәһенә онлайн-трансляция алып бара. Быйыл уларҙың ояһында өс йомортҡа бар ине, тик бер генә ҡошсоҡ сыҡты. Уға Бүләк тигән ҡушамат биргәндәр. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-29/v-ufe-ustanovili-pamyatnik-sokolu-sapsanu-3902971

Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды
Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас