Художестволы паннола Шайморатов генералдың тормошо һәм хәрби юлы, уның етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу һәм хәрби хәрәкәттәр тарихы, шул иҫәптән 1943 йылдың февралендәге Дебальцев рейды ваҡиғалары, комдивтың наградалары һәм халыҡ хәтере урын алған.
— Күргәҙмәлә М.М.Шайморатовтың тыуған төйәге Биштәкә ауылынан һәм Өфө портындағы хеҙмәт юлынан башлап, Башҡорт кавалерия дивизияһын етәкләүгә, 1943 йылдың февралендәге батырлыҡтарына, Дебальцево рейды ваҡиғаларына тиклем аҙымлап бәйән ителә. Бынан тыш, күргәҙмәлә Шайморатовтың наградалары һәм уның тураһында халыҡ иҫтәлеге күрһәтелгән, — тип һөйләне күргәҙмә кураторы, Башҡортостан Милли музейының төбәк тарихы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Михаил Гаухман.
Күргәҙмә эше тамамланғас, ул ваҡытлыса республиканың башҡа учреждениеларына һәм музейҙарына тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
2024 йылдың 15 авгусында музейҙа «Генерал Шайморатов» күргәҙмәһенә экскурсиялар ойошторола. Музейҙа сентябрь-октябрь айҙарында М.М.Шайморатовтың шәхесе һәм хәрби юлына арналған экскурсиялар һәм батырлыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ә 27 августа Миңлеғәле Шайморатовтың 125 йыллығына арналған сара ойоштороласаҡ.
6+
Ләйлә Аралбаева