-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль , 13:08

Башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итеүсе йәнһүрәт

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә балаларға башҡорт телен өйрәнеү еңел һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн төшөрөлгән «Әлифба» йәнһүрәт сериалы тураһында хәбәр итә.

Башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итеүсе йәнһүрәт
Башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итеүсе йәнһүрәт

«Кескәйҙәр башҡорт телен бына шулай ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп өйрәнергә тейеш. Таныш булығыҙ, Айгөл һәм Айтуған, улар балаларығыҙға башҡорт алфавиты хәрефтәрен өйрәтер.

«Әлифба» — 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа ғына йәнһүрәт сериалы. Был йәнһүрәт фондыбыҙҙан бүленгән грантҡа төшөрөлдө. Проектты «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһы әҙерләне.

Һәр серия өҫтөндә, сценарий авторҙары һәм рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, уҡытыусылар эшләй. Элек был йәнһүрәттәрҙе ТВ-ла ғына күрһәтһәләр, хәҙер социаль селтәрҙәрҙә, проекттың рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Яҙылығыҙ һәм балаларға күрһәтегеҙ», — тип тәҡдим итә Радий Хәбиров.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-24/radiy-h-birov-bash-ort-telen-yr-ne-yar-am-ite-s-n-t-sh-r-lg-n-y-n-r-tte-k-r-tte-3859887

https://vk.com/video413272232_456240300

 

Автор:
Читайте нас: