+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль , 12:03

Радий Хәбиров йәш артист Рамаҙан Биккинин менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш яҡташыбыҙҙың йыры менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров йәш артист Рамаҙан Биккинин менән таныштырҙы
Радий Хәбиров йәш артист Рамаҙан Биккинин менән таныштырҙы

«Ҡарағыҙ әле, башҡорт малайы Рамаҙан Биккинин «Онотмағыҙ» йырын ҡалай йөрәккә үтеп инерлек итеп, бар күңелен һалып башҡара. Был Кремлдә «Еңеү музейы» проекты концертынан өҙөк. Йәш артист тураһында — минең «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында.

Рамаҙанға 12 йәш. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡый. Әсәһе уны 7 йәшендә музыкаға алып килгән, тәүҙә ул баян класында шөғөлләнгән, һуңынан вокалға күскән. Рамаҙан рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә йырлай. Бер нисә конкурста еңеү яулаған, афарин!

Малайҙың уңышы – уның ата-әсәһе Рәсимә Фәрүәз ҡыҙының һәм Илдус Исламғәле улының оло хеҙмәте. Улар балаларында матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй, милли мәҙәниәт менән таныштыра. Ысын илһөйәрҙәр үҫтерә. Әйткәндәй, Рамаҙандың ғаиләһе ижади, уның апаһы Алһыу Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз йыры бүлегендә уҡый.

Яҙмаһының аҙағында Радий Хәбиров барыһына ла тыныслыҡ һәм изгелек теләй.

https://vk.com/video413272232_456240298

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-22/radiy-h-birov-y-sh-artist-rama-an-bikkinin-men-n-tanyshtyr-y-3857088

 

Автор:
Читайте нас: