+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль , 09:57

Байбулдиндар «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаттары

Һамар өлкәһендә «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй ғаилә художестволы ижад фестивале үтте. Сарала бөтә илдән 23 ғаилә ансамбле һәм 12 һөнәрселек династияһы ҡатнашты. Улар Рәсәй халыҡтарының төрлө жанрҙағы традицияларын һаҡлай һәм популярлаштыра: халыҡ йыры һәм музыкаһы, традицион мәҙәниәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте.

Байбулдиндар «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаттары
Байбулдиндар «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаттары

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә Башҡортостан Республикаһы исеменән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан «Бай» ғаилә фольклор ансамбле сығыш яһаны. Ансамбль составына һигеҙ кеше инә, коллективтың кесе ағзаһы Илсурға – 10, ә иң өлкәне Хәтмулла Лотфулла улына – 72 йәш.

Коллектив етәксеһе Илһам Байбулдин ҡурайҙа һәм думбырала оҫта уйнай. Ул өзләү һәм милли инструменттар эшләү оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ сәсәне һәм халыҡ оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә эйә.

Байбулдиндарҙың сағыу һәм талантлы ғаиләһе «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты булды, диплом һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Фестиваль Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында халыҡ сәнғәте өлкәһендә ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант аҡсаһына үтте.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-07-19/baybuldiny-iz-bashkirii-stali-laureatami-vserossiyskogo-festivalya-semya-rossii-3855355

 

Байбулдиндар «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаттары
Байбулдиндар «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаттары
Автор:
Читайте нас: