+20 °С
Облачно
Новости
14 Июля 2024, 14:07

«Йәшмә бүлмәһе»

11 июлдә Радий Хәбиров республика рәссамдары менән осрашыуҙа үҙенсәлекле «Йәшмә бүлмәһе» менән сәнғәт музейы-хазинаһын ойоштороу проекты хаҡында белдерҙе. Яңы музей өсөн Совет майҙанын янындағы республика Контроль-иҫәп палатаһының элекке бинаһын тапшырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Йәшмә бүлмәһе»«Йәшмә бүлмәһе»
«Йәшмә бүлмәһе»

Музейҙың экспозицияһы дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрлыҡ бер нисә залда урынлаштырыла. «Йәшмә бүлмәһе»ндә мозаика стилендәге художестволы панноларҙа Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте күрһәтелә.

«Ватанға хеҙмәт итеү» тигән икенсе зал Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хәрби юлына бағышлана. Унда төрлө тарихи, шул иҫәптән 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция осорондағы яугирҙәребеҙ тураһында әҫәрҙәр ҡуйыла.

«Башҡортостан хазинаһы» залында уникаль тарихи экспонаттар – «Ирәндек айыуы» тәбиғи алтын киҫәге, сармат алтыны, шулай уҡ Өфө-II ҡаласығы биләмәһендә ҡаҙыу эштәре барышында табылған Византия алтыны урынлаштырыла. Бында шулай уҡ милли биҙәүестәр, алтын һәм көмөш тәңкәләр коллекцияһын күрергә мөмкин.

Дүртенсе залда – картиналар галереяһында Башҡортостандың Милли музейы һәм Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияларынан башҡорт авторҙарының иң яҡшы һынлы сәнғәт, графика һәм скульптура әҫәрҙәрен ҡуйыу планлаштырыла.

Бишенсе һәм алтынсы залдар федераль музейҙарҙың ваҡытлыса экспозициялары, Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәләре, шулай уҡ төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм презентациялар ойоштороу өсөн тәғәйенләнә.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-07-12/f-l-bash-ortostandy-y-shm-b-lm-e-men-n-s-n-t-muzeyy-buldyryla-3846227

 

«Йәшмә бүлмәһе»
«Йәшмә бүлмәһе»
Автор:
Читайте нас