-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль , 12:50

Бөгөн йыл һайын уҙғарылған «Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» акцияһы старт ала

Бөтә Рәсәйҙән уҡыусылар актерлыҡ йәки әҙәби йүнәлештәге һәләттәрен күрһәтә ала. Бының өсөн

Бөгөн йыл һайын уҙғарылған «Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» акцияһы старт ала

Рәсәй халыҡтарының традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара 10-30 июлдә «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтәсәк. Ойоштороусылар билдәләүенсә, хәҙерге Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың һәр береһе төрлө-төрлө әкиәттәр ижад иткән.

- Ә әкиәти тарихтар уйлап табыу һәм һөйләү оҫталығы элек-электән һөнәрселәрҙең йәки һунарсыларҙың оҫталығы менән бер рәттән юғары баһалана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ойоштороусылар.

Бөтә Рәсәйҙән уҡыусылар актерлыҡ йәки әҙәби йүнәлештәге һәләттәрен күрһәтә ала. Бының өсөн «Рәсәй халыҡтары әкиәттәре», «Рус яҙыусылары әкиәттәре», «Минең авторлыҡ әкиәтем» номинацияларының береһендә әкиәт уҡыған видеояҙма һәм «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт.РФ» порталында шәхси кабинетта ҡатнашыуға ғариза ҡалдырырға кәрәк.

6+

Бөгөн йыл һайын уҙғарылған «Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» акцияһы старт ала
Бөгөн йыл һайын уҙғарылған «Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» акцияһы старт ала
Автор:
Читайте нас: