+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль , 23:14

Өләсәйем дәресе

Өләсәйем мине бала саҡта иртә таң менән уята ла былай ти торғайны:

Өләсәйем дәресе
Өләсәйем дәресе

“Бар, улым, донъяның тереклеге уянмаҫ элек ҡоҙоҡтан саф, бысранмаған һыу алып кил әле...” Серлелеккә төрөлгән ошо сәйер ҡылыҡты балалыҡ менән аңлап етмәй инем, нисек инде, таш аҫтынан сығып сылтырап ағып ятҡан инеш һәр ваҡыт таҙа инде ул! Иллә тыңламай булмай, ихтирам иткән, яратҡан кешемдең ҡушҡанын үтәп тау түбәненә кескәй генә силәк тотоп йүгереп төшөп китәм дә көмөштәй ялтыр, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыу алып ҡайтһам өйҙәгеләр самауыр ҡойоп ебәрә. Сәй яһағанда ла өләсәйем һөйләнеп ултырған көнө: “Яман һүҙ, хәйерһеҙ, осло күҙ яғылмаған нимә шулай пак була инде...” Шунан бер аҙ үҫә төшкәс ул ябай ғына итеп, теге саҡ, зиһенемде ҡуҙғытмаған йомағын аңыма һеңдерҙе: “Йылғаның битенә һис ҡасан төкөрмә, юлда ятҡан ташты ла тибеп үтеп рәнйетмә, фанилыҡтағы һәр нимәнең йәне бар”. Яңыраҡ билдәле ғалим телевизорҙан белекле төҫ менән хәбәр һалды, ағып ятҡан һыу 90 градусҡа йүнәлешен үҙгәртһә уның структураһы боҙола һәм көн ағышында кешенең ыңғай йә кире энергияһы ла уға күсеүсән икән. Тағы асыуға тулышҡан, булмышы тапланған йәнле һыуҙың дауылдар уйнатыуы, цунамиҙар барлыҡҡа килтереүе, ташҡындар хасил итеүе лә уға булған хәйерһеҙ мөнәсәбәткә яуабы, йәнәһе лә. Тыңланым да иҫем дә китмәне, сөнки ул аҡылды әллә ҡасан өләсәйем һабағынан алғайным инде. Ә ул күпте белә ине. Фән докторы булмаһа ла...

Хәйҙәр Тапаҡов

Автор:
Читайте нас: