+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль , 12:45

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы  асылды

-

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы  асылды

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты, Үзбәкстандан, Ҡазағстандан, Монголиянан, Калмыҡстандан, Әзербайжандан абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Майҙаны 600 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән бина Турхан менән Хөсәйенбәктең алтын Урҙалағы таш кәшәнәһенең тарихи ҡомартҡылары эргәһендә булдырылған яңы туристик кластерҙың тәүге объекты булды. Кластерҙың төп объекты - майҙаны яҡынса 20 мең квадрат метрлыҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы. Уның эргәһендә Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген, шулай уҡ шифахана төҙөү күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы республикала йәшәүселәрҙе ошо сара айҡанлы ҡотланы һәм музей комплексын булдырыу проектының мөһим ролен билдәләне.

- Бөгөн беҙ республика өсөн мөһим яңы объектты - Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асабыҙ. Был - ҙур ғилми проекттың башы, - тине Радий Хәбиров. - Боронғо заманда ата-бабаларыбыҙ күсмә тормош алып барған һәм Евразия биләмәһендә йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе тулыландырған. Урта быуаттарҙағы Турхан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре боронғо цивилизация үҙәктәренең береһе булған. Бында Волга буйы Болғарынан Урта Азияға һәм Себергә сауҙа юлдары үткән. Күсмә халыҡтар, икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр буйлап күсеп йөрөп, ҡәбиләләрҙе, ерҙәрҙе берләштереү һәм башҡорт этносын формалаштырыу буйынса махсус тарихи миссия башҡарған.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ Ғосман Ҡөрьәненең һәм Остромиров Еванглиеһының  күсермәләрен Евразия күсмә цивилизациялар музейына һаҡлауға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Үҙенсәлекле китаптар яңы музей-күргәҙмә комплексының тәүге экспонаттары булды. Уны асҡанға тиклем улар музейҙың визит-үҙәгендә һаҡланасаҡ. Китап ҡомартҡыларының күсермәләрен тапшырыу тантанаһы алдынан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Евразия күсмә цивилизациялар музейы Рәсәй халыҡтарын һәм Евразия дәүләттәрен берләштереүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

Башҡортостан митрополияһы башлығы, Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы идарасыһы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон төбәк етәкселегенең Рәсәйҙең төрлө халыҡтарының тарихи тамырҙарын һаҡлауға ҙур иғтибар биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 - Евразия күсмә цивилизациялар музейы илебеҙҙәге бөтә халыҡтарҙы һәм диндәрҙе берләштергән үҙәк буласаҡ. Һәм беҙҙең татыулыҡта һәм ҡәрҙәштәребеҙҙең тамырҙарын үҙ-ара ихтирам итеүҙә йәшәүебеҙҙе күрһәтәсәк, - тине митрополит Никон. - Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Республика етәкселеге үҙ халҡының үткәне тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм уны киләсәк быуынға тапшырыу өсөн барыһын да эшләй. Башҡортостандың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейы етәксеһе Николай Григорьев тәүге экспонаттарҙы – Ғосман Ҡөрьәне һәм Остромиров Еванглиеһы  күсермәләрен Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/641303/

 

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы  асылды
Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы  асылды
Автор:
Читайте нас: